0%

Ҡоштарға-ашхана(шиғыр). Н.Сәлимов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡоштарға-ашхана ( шиғыр )
автор Н.Сәлимов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡоштарға-ашхана


 Ем һалырға ҡоштарға
 Эшләп ҡуйҙым тағараҡ.
 Ҡышын ҡыйын уларға,
 Аҙыҡ булғас аҙыраҡ.
 Башта ҡунды бер турғай.
 Шунан икәү булдылар.
 Бер аҙҙан һуң күмәкләп
 Ашханаға тулдылар.
 Берәүҙәре остолар,
 Ахыры, ашап туйҙылар.
 Берәүҙәре шатланып
 Өр-яңы йыр һуҙҙылар.
 «Бик тәмле булды һыйың,
 Рәхмәт инде, Мөбәрәк!
 Һинең ише малайҙар
 Булһын, — тиҙәр, — күберәк».

 


1988 йыл